Милли проекттар
13 Март 2025, 04:00

Уңайлы ла, ҡулайлы ла

Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Уңайлы ла, ҡулайлы лаУңайлы ла, ҡулайлы ла
Уңайлы ла, ҡулайлы ла

Йылайыр үҙәк район дауаханаһына әмәлиәттәр һәм ҡарау өсөн тәғәйенләнгән универсаль өҫтәл һатып алынды. Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Заманса операциялар өҫтәле медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы ғына түгел, пациенттар өсөн дә ҡулайлы. Уның өҫтөнә махсус матрас һалынған. Ул тән ауырлығын кәметә. Ә яңы ҡорамалдың ныҡлы булыуы кәрәкле табип манипуляцияларын сифатлы үткәрергә булышлыҡ итә. Бынан тыш, эргәләге өҫтәлдәр төрлө инструменттарҙы, материалдарҙы һалыу мөмкинлеген бирә.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – оҙон ғүмер күрһәткестәренең яңыларына өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын – 78, 2036 йылда 81 йәшкә еткереү күҙаллана. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, милли тикшереү селтәрҙәре арта, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимр Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас