Милли проекттар
14 Март 2025, 05:30

123 йәмәғәт майҙаны рәткә килтерелгән

Былтыр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса 123 йәмәғәт майҙаны рәткә килтерелгән. Был милли проект 2019-2023 йылдарҙа тормошҡа ашырылды.

123 йәмәғәт майҙаны рәткә килтерелгән123 йәмәғәт майҙаны рәткә килтерелгән
123 йәмәғәт майҙаны рәткә килтерелгән

Былтыр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (нацпроект "Жилье и городская среда") буйынса 123 йәмәғәт майҙаны рәткә килтерелгән. Милли проект 2019-2023 йылдарҙа тормошҡа ашырылды. Был турала республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.

Мәҫәлән, Нефтекамала матур итеп “Ҡурайҙың ете тажы” тип аталған бульвар барлыҡҡа килгән. Уртаға фонтан ҡуйылған – ул тормош һәм ҡеүәтте символлаштыра, ә тирә-яғына эскәмйәләр теҙелгән. Проектҡа ярашлы, плитәләрҙән тротуар һалынған, туҡталҡалар эшләнгән, тирәктәр ултыртылған.  

Үрге Ҡыйғының үҙәге Ибраһимов урамында йәйәүлеләр өсөн һәм ял итеүгә тәғәйенләнгән ике зона булдырылған. Унда ауылдың символын – ҡыйғыр ҡош (чеглок) һынын яһап ҡуйғандар, һуҡмаҡтарға асфальт йәйгәндәр, яңы эскәмйә, сүп һауытттары урынлаштырғандар.

Ишембайҙа А.Матросов исемендәге паркта фонтанды реконструкциялап, сәхнә эшләп ҡуйғандар, уның тирәләй амфитеатрлы майҙансыҡ эшләгәндәр, һуҡмаҡтарҙың япмаһын яңыртҡандар.

Ҡалтасы ауылында 820 метрға һуҙылған сәләмәтлек һуҡмағы күркәмләндерелгән, ул “Шишмәләр” паркындағы урман һыҙаты аша үтә. Биләмәне таҙартып, брусчатка һалынған, яҡтыртҡыстар һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған.

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас