Өфөнөң реабилитациялау өсөн ҡорамалдар етештереүсе «Орбита» ғилми-ғәмәли предприятиеһы һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә «МОТО» серияһындағы хәрәкәт механизмын тергеҙеүгә тәғәйенләнгән медицина ҡорамалдары етештереү күләмен 20 процентҡа арттырҙы.
Төбәк Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Орбита» предприятиеһы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ярашлы Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәгенән адреслы ярҙам алыуға өлгәшкән. Предприятие киләсәктә массаж аппараттары етештереүҙә һаҡсыл инструменттар индерергә йыйына.
– Компания «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында уңышлы ҡатнашты һәм юғары һөнәри оҫталығы, әүҙемлеге өсөн Башҡортостан Хөкүмәте наградаһына лайыҡ булды, – тип Һөйләне Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Хәҙер ул яңы федераль проект сиктәрендә үҫешен дауам итә һәм процестарҙы яҡшыртыу, етештерелгән продукция күләмен арттырыу, шулай уҡ сығымдарҙы кәметеү мөмкинлектәрен файҙалана.
Механик терапия ҡорамалдары етештереү буйынса «Орбита» Рәсәйҙең иң эре өс етештереүсеһе иҫәбенә инә, ә ҡайһы бер моделдәрҙең илдә аналогы юҡ. Йыл һайын завод 1200-гә яҡын аппарат сығара, компанияла даими рәүештә яңыртыу һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу эштәре алып барыла.
«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проекты предприятиеларға эксперттарҙың бушлай ярҙамы менән ҡулланыу, шул иҫәптән консультация һәм методик оҙатыу, шулай уҡ персоналды уҡытыу мөмкинлектәре бирә.
Фото: https://mgazeta.com (“Молодежная газета”)