Милли проекттар
14 Март 2025, 04:30

Йылайырға яңы медицина ҡорамалы килтерелде

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә...

Йылайырға яңы медицина ҡорамалы килтерелдеЙылайырға яңы медицина ҡорамалы килтерелде
Йылайырға яңы медицина ҡорамалы килтерелде

Республиканың Йылайыр үҙәк район дауаханаһына “Lifotronic H9” гемоглобин анализаторы килтерелде. Был шәкәр диабетына ҡаршы көрәштә мөһим булған инструментты һатып алыу “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Анализатор ҡандағы гемоглобиндың процент ниҫбәтен үлсәй һәм ундағы глюкоза кимәлен күрһәтә. Шулай итеп, был ҡорамал пациенттың дауаланыу һөҙөмтәлелеген, шулай уҡ сирҙең ҡатмарлылығын билдәләү мөмкинлеген бирә. 

- Анализды урында эшләй алыуыбыҙға шатбыҙ. Был ваҡытты экономиялай һәм пациенттарға үҙ ваҡытында ярҙам итергә булышлыҡ итә, - тип белдерҙе Йылайыр үҙәк район дауаханаһы баш табибы Данис Ғәлин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – оҙон ғүмер күрһәткестәренең яңыларына өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын – 78, 2036 йылда 81 йәшкә еткереү күҙаллана. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, милли тикшереү селтәрҙәре арта, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимр Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас