Милли проекттар
15 Март 2025, 03:30

Башҡортостанда беренсе ватан элемтә база станцияһы эшләй башланы

Яҡын арала “ИРТЕЯ” станциялары республиканың бер нисә районында ҡуйыласаҡ

Башҡортостанда беренсе ватан элемтә база станцияһы эшләй башланыБашҡортостанда беренсе ватан элемтә база станцияһы эшләй башланы
Башҡортостанда беренсе ватан элемтә база станцияһы эшләй башланы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының Суйынсы-Николаевка ауылында “Дәүләттең мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы трансформациялау” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы беренсе ватан элемтә база станцияһы эшләй башланы. Был хаҡта дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ватан станцияһы 500-ҙән ашыу кеше өсөн 4G элемтәһенә һәм юғары тиҙлекле интернетҡа инеүҙе тәьмин итә. Яҡын арала “ИРТЕЯ” станциялары республиканың Бүздәк, Ейәнсура, Тәтешле, Миәкә, Стәрлебаш, Баймаҡ, Архангел, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ҡариҙел һәм Ишембай райондарында ла барлыҡҡа киләсәк.

“Элемтә операторҙарының яйлап ватан ҡорамалдарына күсеүе телекоммуникацияларҙың һәм интернеттың ышаныслылығын арттырасаҡ. Импортты алмаштырыу технологик суверенитетҡа һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә табан мөһим аҙым булып тора”, — тине Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

“Дәүләттең мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы трансформациялау” милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын һанлаштырыуға, шулай уҡ технологик үҙаллылыҡҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Яңы һанлы сервистар Рәсәйҙәрҙең тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ итә, ә кибермутлашыусыларға ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. Белгестәрҙән әүҙем әҙерлек алып барыла, квант технологиялары һәм яһалма интеллект үҫешә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: it.bashkortostan.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас