Милли проекттар
15 Март 2025, 08:15

Был ҡорамал күпкә уңайлыраҡ

Ошо хаҡта Башҡортостанлың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Был ҡорамал күпкә уңайлыраҡБыл ҡорамал күпкә уңайлыраҡ
Был ҡорамал күпкә уңайлыраҡ

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына яңы “Ренекс” заманса мобиль рентген-аппараты килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ошо хаҡта Башҡортостанлың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Яңы ҡорамал пациенттарҙың палаталарында рентгенография тикшереүҙәрен үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Уның конструкцияһында һанлы детектор бар. Ул һүрәттәрҙе компьютер экранына сығара, һүрәт сифаты ла яҡшыраҡ була.

“Ренекс” аппаратының төп өҫтөнлөгө - еңел күсерелә, ныҡлы копус, контейнерҙа кассеталарҙы һаҡлау системаһы уңайлы.

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин яңы ҡорамал һөҙөмтәһендә хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы транспортта ташымау, һөҙөмтәлә ҡаты сирлеләргә хәүеф янамау тураһында белдерҙе. Бынан тыш, аппарат ашығыс хәлдәрҙә оператив рәүештә патологияларҙы асыҡлау һәм табиптарҙың эшен һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеген бирә.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас