Милли проекттар
15 Март 2025, 03:15

Тикшереү сифаты яҡшыра

 Яңы ҡорамал  ашығыс һәм планлы медицина диагностикаһы үткәргәндә алыштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ

Тикшереү сифаты яҡшыраТикшереү сифаты яҡшыра
Тикшереү сифаты яҡшыра

Шишмә үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ультратауыш аппараты алынды.

Яңы аппарат Шишмә үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына урынлаштырылды. Ул бик күп мөмкинлектәргә эйә һәм төрлө тикшереүҙәр – абдоминаль, тамырҙар, кардиология тикшереүҙәре үткәреү өсөн ҡулланыла, шулай уҡ педиатрияла, неонатологияла, акушерлыҡта һәм гинекологияла файҙаланыла.

Ҡорамал табиптарға эшләү өсөн уңайлы. Ул ашығыс һәм планлы медицина диагностикаһы үткәргәндә алыштырғыһыҙ ярҙамсы.

–Ультратауыш диагностикаһы аппараты юғары теүәллеге, режимдар төрлөлөгө һәм һиҙгерлеге менән айырыла. Диагностика сифатының яҡшырыуына һөйөнәбеҙ, – тине дауахананың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире, акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһы табибы Фәсилә Ҡыҙылбаева.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас