Милли проекттар
15 Март 2025, 04:30

Транспорт сараларын тиҙ асыҡлаған камералар ҡуялар

Өфө юлдарында йөҙҙән ашыу ошондай ҡоролмалар урынлаштырыласаҡ

Транспорт сараларын тиҙ асыҡлаған камералар ҡуяларТранспорт сараларын тиҙ асыҡлаған камералар ҡуялар
Транспорт сараларын тиҙ асыҡлаған камералар ҡуялар

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы интеллектуаль транспорт системаһын үҫтереү барышында Өфө юлдарында 110-дан ашыу видеокамера барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы Министрлығынан хәбәр иттеләр.

114 яңы камераның 38-е боролош механизмы һәм киңәйтелгән видеоаналитика функцияһы менән буласаҡ. Улар юл фажиғәләрен һәм ҡаршылыҡтарҙы автоматик рәүештә теркәй, шулай уҡ транспорт тупланмаларын асыҡлай ала. Юл-транспорт ваҡиғаһы булғанда ҡоролмалар транспорт сараларын тиҙ асыҡлай һәм билдәләй ала. Әйләнеү механизмы арҡаһында улар күҙәтеү зонаһын киңәйтә.

– Был ҡоролмаларҙы иң күп юл-транспорт ваҡиғаһы булған Өфө сатында урынлаштырасаҡбыҙ. Юлдарҙа авариялар йәки башҡа ҡыйынлыҡтар килеп тыуғанда, видеокүҙәтеү камераларынан алынған мәғлүмәттәр тиҙ арала ситуация үҙәгенә, һуңынан Дәүләт автоинспекцияһына йүнәлтеләсәк. Был оператив хеҙмәттәрҙең яуап биреү процесын тиҙләтергә, тығындар барлыҡҡа килеү сәбәптәрен тиҙ арала бөтөрөргә һәм урамдарҙың үткәреү һәләтен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национального проекта “Инфраструктура для жизни” ) маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.

Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Айрат Нурмөхмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас