Дүртөйлө районында Ағиҙел аша оҙонлоғо 745 метр булған күперҙе ремонтлайҙар. Әле төҙөлөш майҙансығы ҡорола, тейешле юл тамғалары эленә.
Был ҙур күпер “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект «Инфраструктура для жизни) ярашлы башҡарыла. Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында урынлашҡан был күпер 1990 йылда төҙөлгән. Ремонт хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Любовь Минакова әйтеүенсә, ошо күпер аша көн һайын дүрт мең автомобиль уҙа. Ремонт барышында металл конструкццияларҙы тутыҡтан таҙартыу, таянмаларҙы нығытыу, гидроизоляцияны һәм барьерҙарҙы алмаштырыу, яҡтыртыуҙы ҡабаттан урынлаштырыу ҡаралған. Эш осоронда хәрәкәт сикләнәсәк, транспорт бер һыҙаттан ғына йөрөйәсәк.
Фото: “Башинформ”.