Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡортостан игене Азияға оҙатыла

Йыл башынан алып 13 мартҡа тиклем Башҡортостан предприятиелары Азербайжанға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға, Төркиәгә һәм Үзбәкстанға игендән эшкәртелгән 5,7 мең тонна ризыҡ оҙатты.

Башҡортостан игене Азияға оҙатыла
Башҡортостан игене Азияға оҙатыла

Был продукция экспортының төп өлөшөн арыш һәм бойҙай оно алып тора. Бынан тыш, республиканың агросәнәғәт предприятиелары сит илдәргә 88 тонна төрлө ярма, 44 тонна кәбәк оҙатты.

“Игендән эшкәртелгән продукцияны экспортлау күләме быйылғы ике айҙа алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға артты”, – тинеләр “Россельхознадзор” идаралығында.

Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект «Международная кооперация и  экспорт») “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсатына ярашлы башҡарыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортлауҙы  2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: