Бөтә яңылыҡтар
10

Урмандар һаҡланһын өсөн

Был йүнәлештә эш тағы ла киңәйтеләсәк.  

Урмандар һаҡланһын өсөн
Урмандар һаҡланһын өсөн

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы тарафынан  “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәләре барланды. Уның төп маҡсаты – урмандарҙы тергеҙеү, урман янғындары менән һөҙөмтәле көрәш иҫәбенә төбәктең урмандарын һаҡлау. Был турала республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.

2019 йылдан 93 мең гектарҙа урман тергеҙелгән, тергеҙеү һәм киҫеүҙең уртаса балансы 112,5 процент тәшкил итә. Был ҡаҙанышҡа өлгәшеү өсөн 20 тонна урман үҫемлектәре орлоғо йыйылған, 340 миллион үҫенте ултыртылған.

2024 йылда урманды тергеҙеү саралары 16 мең гектар майҙанда башҡарылған.

-“Башнефть” , “Транснефть”, “Газпром – газлаштырыу” предприятиелары менән берлектә 220 гектарҙа компенсациялы урман тергеҙеүе буйынса саралар күрелгән.   Киләһе йылда уны  500 гектарға тиклем еткереү ниәтләнә, - ти урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Проектҡа ярашлы, урман янғындары станцияларының автотрактор техникаһы ҡорамалдары паркы яңыртылған. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып 700 берәмектән ашыу техника, ҡорамалдар алынған.

2025 йылдан “Экология" милли проектына алмашҡа “Экология именлеге” тигән яңы проект эш башланы (национальный проект “Экологическое благополучие”.)

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: