“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Мораҡ үҙәк район дауаханаһына яңы “Элепс” электрохирургия аппараты алынды. Ҡорамал юғары йышлыҡлы энергиялы генератор иҫәпләнә. Ул операциялар үткәргәндә ҡулланыла. Аппарат электр тогы менән эшләй, шуға күрә процедура пациент өсөн ауыртыныуһыҙ үтә.
Бындай техника дауахана хирургтары тарафынан юғары баһалана, сөнки операция ваҡытында ҡан ағыуы күҙәтелмәй, йәрәхәттәр тиҙ уңала, эҙ ҡалмай. Шулай уҡ приборҙы файҙаланыу инфекциялар йоҡтороу хәүефен кәметә, сөнки юғары йышлыҡлы тулҡындар бөтә микробтарҙы юҡ итә.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.