“Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети") “Заманса кампустар булдырыу селтәре” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, 20-21 мартта Өфө фән һәм технологиялар университетында үҙенсәлекле медиаэстафета үтә. “Рәсәйҙең 17 ҡиммәте” тип аталған был сара өсөнсө тапҡыр уҙғарыла һәм был юлы уны баш ҡалабыҙ ҡабул итә.
“Рәсәйҙең 17 ҡиммәте” тигәндә, һүҙ тәү сиратта йәшәү, намыҫ, кеше хоҡуҡтары һәм азатлығы, илһөйәрлек, Ватанға хеҙмәт итеү, ныҡлы ғаилә, тарихи хәтер һәм быуындар күсәгилешлеге, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге һәм башҡалар тураһында бара. Был ҡиммәттәр Рәсәй Президентының 2022 йылдың ноябрендә ҡул ҡуйған Указында нығытылған.
Медиафорумда ҡатнашыусылар, йәғни студент киң мәғлүмәт саралары төрлө тематик видеояҙмалар һәм плакаттар ижад итеп, уларҙы социаль селтәрҙәр аша таратасаҡ. Уларҙы абруйлы жюри баһалаясаҡ.
Модераторҙар һәм спикерҙар булараҡ төрлө министрлыҡтар, ведомстволар, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, медиаиндустрия тармағы белгестәре, билдәле журналистар сығыш яһаясаҡ. Артабан Санкт-Петербургта үтәсәк форумда барлыҡ ҡатнашыусы командалар араһынан иң яҡшы икәүһе аталасаҡ.
Өфөлә ике көн дауам итәсәк сара Төньяҡ Кавказ федераль университетына (Ставрополь ҡалаһы) эстафета тапшырыу һәм республикабыҙҙың иң яҡшы студент медиаүҙәктәре етәкселәрен һәм әүҙемселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланасаҡ.
Фото: “Башкортостан 24” телеканалы.