Милли проекттар
20 Март 2025, 03:30

Электромобилдәр өсөн терминал ҡуйылған

Был йүнәлештә Башҡортостан алдынғылыҡты биләй.

Электромобилдәр өсөн терминал ҡуйылғанЭлектромобилдәр өсөн терминал ҡуйылған
Электромобилдәр өсөн терминал ҡуйылған

Ейәнсура районында электромобилдәр өсөн зарядлау станцияһы асылған. Терминал ҡуйыу тураһында тәҡдим былтыр көҙөн эшҡыуарлыҡ сәғәттәренең береһендә ҡаралған. Был саралар республикала даими рәүештә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) башҡарыла.

“МАКС ПАУЭР” компанияһы вәкиле тейешле проект менән сығыш яһаны. Эшҡыуар участканы Иҫәнғол ауылында “Дружба” паркы эргәһендәге парковка урынында һайлай. Станция менән электромобиль водителдәре файҙалана. Улар биләмәгә уңайлы инеү урынын һәм тиҙ генә зарядкалау мөмкинлеген билдәләй.

Башҡортостанда бөгөн 150 ошондай терминал эшләй, уларҙың 70-е былтыр ҡуйылған.

Ошондай станцияларҙы булдырыу динамикаһы буйынса беҙҙең төбәк Волга буйы Федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас