Дәүләкән районындағы “Асылыкүл“ тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй “Рәсәй һыуы“ акцияһына ярашлы Асылыкүл акваторияһын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үткәрҙе. Был сара “Экологик именлек“ милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолдо, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Сара барышында бер нисә тоҡ сүп-сар йыйылған, һуңынан уны эшкәртеүгә ебәргәндәр.
– Асылыкүл бик популяр урын булып тора. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында килеүселәрҙең барыһы ла таҙалыҡты һаҡлау һәм көнкүреш сүп-сарҙарын үҙҙәре менән алыу ни тиклем мөһим икәнен аңламай. Шуға күрә беҙ даими рәүештә өмәләр үткәрәбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының “Асылыкүл“ тәбиғәт паркы айырым структур бүлексәһе начальнигы Гүзәл Ғилманова.
Билдәле булыуынса, “Экологик именлек“ (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: ecology.bashkortostan.ru