Талбазы үҙәк район дауаханаһы,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заман талаптарына яуап биргән өс ультратауыш диагностика аппараттары алды.
Ультратауыш тикшереүе төрлө йүнәлештәрҙә киң ҡулланыла, ул хәҙерге заман медицинаһының айырылғыһыҙ өлөшө. Аппарат пациент өсөн хәүефһеҙ. Улар дауахананың дауалау корпустарына ҡуйылды. Ҡорамалдарҙың барыһына ла юғары техник сифаттар, һиҙгерлек хас.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау милли проектының матбуғат хеҙмәте.