Милли проекттар
23 Март 2025, 09:30

"Минең бизнес" Балаҡатайҙа булды

Күсмә ҡабул итеүҙә 20-ләгән кеше ҡатнашты.

"Минең бизнес" Балаҡатайҙа булды"Минең бизнес" Балаҡатайҙа булды
"Минең бизнес" Балаҡатайҙа булды

"Минең бизнес" үҙәгенең мобиль офисы Балаҡатай районында булды.

Күсмә ҡабул итеүҙә 20-ләгән кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Сара "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына (нацпроект "Эффективная и конкурентная экономика") ярашлы ойошторолдо.

Үҙ эшен асырға теләүселәргә льготалы кредиттар, Башҡортостандың Гарантия фонды эшмәкәрлеге, льготалы лизинг һәм социаль ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр. Белгестәр бизнес планын төҙөү, туризм өлкәһенә ярҙам итеү алымдары буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

- Мобиль офис "Минең бизнес" үҙәгенең филиалы булмаған урындарҙа йәшәүселәргә мәғлүмәт биреү өсөн ҡулай, - ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Фото: gtrk.tv

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас