Башҡортостанда социаль учреждениеларҙа ла һаҡсыл етештереү алымдарын индереү буйынса эш әүҙем бара. Ул “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәләрендә социаль учреждениелар үҙ эшмәкәрлеген яҡшырта бара. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһы китапханалары һаҡсыл технологияларҙы ҡуллана ла инде. Уларҙа эш процестарын анализлағандар һәм артабан яҡшыртыу йүнәлештәрен асыҡлағандар. Артыҡ тип табылған эш-хәрәкәттәр туҡтатылған йәки кәметелгән.
Был милли проекттың маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын, көнәркәшлекте үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген күтәреү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно аҙайтыу.
Ошо йәһәттән иҡтисадтың мәнфәғәт секторҙарына, юғары технологияларға һәм йәштәр эшҡыуарлығына айырым иғтибар бирелә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.