4 апрелдә Башҡортостанда үҙенең бизнесын асырға йәки киңәйтергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бушлай бизнес-акселератор старт ала. “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” ассоцияһының белем биреү программаһының был өсөнсө ағымы. Әлеге ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) башҡарыла.
-Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар өсөн бушлай бизнес–акселератор 1300–ҙән ашыу ҡатнашыусыны үҙенә йыйҙы. Быйыл да проектҡа ҡыҙыҡһыныу кәмемәҫ тип ышанам. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ҙур уңыштар теләйем, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Акселераторға ярашлы, ҡатнашыусыларҙы ике ай дауамында федераль кимәлдәге эксперттар менән көсөргәнешле уҡыуҙар көтә. Һәр ҡатнашыусы тәжрибәле остаздың шәхси кәңәшен ала.
Программаның финалында жюри алдында бизнес проекттар яҡланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.