Бөтә яңылыҡтар
10

Мораҡ дауаханаһына - яңы ҡорамал

Уның ярҙамында табиптар йөрәк эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы асыҡлай ала

Мораҡ дауаханаһына - яңы ҡорамал
Мораҡ дауаханаһына - яңы ҡорамал

"Оҙон һәм әүҙем ғүмер" милли проекты (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь") буйынса Мораҡ үҙәк район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалы ҡайтарылған. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
"Медиком-комби" комплексы тәулек әйләнәһенә электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алышты, ҡанда кислород кимәлен күҙәтеүҙә тота. Уның ярҙамында табиптар йөрәк эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы асыҡлай ала. Заманса медицина ҡорамалы ҡан әйләнешендәге проблемаларҙы ла күрһәтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты В.В.Путиндың ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар
тормошҡа ашырыла башланы.

Фото:health.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: