Башҡорт дәүләт медицина университетының бәләкәй таргет молекулаларҙы эҙләү лабораторияһы һөҙөмтәлелек һәм хәүефһеҙлек яғынан билдәле антидепрессанттарҙы уҙып китергә һәм депрессив халәтте дауалау өсөн препараттар арсеналын киңәйтергә тейешле препарат әҙерләй. Тикшеренеүҙәр “Һаулыҡты һаҡлауҙың яңы технологиялары” милли проекты (национальный проект “Новые технологии сбережения здоровья”) маҡсаттарына ярашлы алып барыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы.
Депрессив тайпылыштарҙы дауалауға тәғәйенләнгән фармацевтик берләшмә буйынса тикшеренеүҙәр башланған да инде. “Һуңғы йылдарҙа һөҙөмтә бирерҙәй антидепрессанттар эшләп сығарыу менән шөғөлләнгән ғалимдар тиетанлы дарыуҙар эшләү мөмкинлегенә иғтибар итә башланы. Әлеге ваҡытта тиетандарға нигеҙләнгән бер генә дарыу ҙа юҡ. Бындай ҡушылмалар биологик яҡтан әүҙем, ағыулылыҡ ихтималы түбән, шуға күрә яңы дарыуҙар булдырыуға нигеҙ булып хеҙмәт итә ала”, – тип билдәләй лабораторияның ғилми хеҙмәткәре Гөлнара Ғайсина.
Фото: ufa.bfm.ru/news/...