Бөтә яңылыҡтар
10

Ирекмәнлеккә махсус курстарҙа өйрәнеп була

Рәсәйҙә 2026 йылда ипкә килтереүгә тәғәйенләнгән йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүен үткәреүгә ирекмәндәр йыйыу башланды, тип хәбәр иткәйнек.

Ирекмәнлеккә махсус курстарҙа өйрәнеп була
Ирекмәнлеккә махсус курстарҙа өйрәнеп була

Рәсәйҙә 2026 йылда ипкә килтереүгә тәғәйенләнгән йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүен үткәреүгә ирекмәндәр йыйыу башланды, тип хәбәр иткәйнек. Тауыш биреү йыл һайын «Тормош инфраструктураһы» милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса атҡарыла. Ошо айҡанлы Добро.рф платформаһында яңыртылған өйрәтеү курсы эшләй башланы, ул Рәсәй Төҙөлөш министрлығы менән берлектә эшләнгән. Яңылыҡты Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Инде бишенсе йыл Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүе ирекмәндәр ярҙамында үкәрелә. Уларҙың һаны торған һайын арта. Әйтәйек, 2023 йылда 4 мең кеше булһа, былтыр инде 10 мең тиерлек ирекмән сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Республика был һан буйынса Рәсәйҙә иң алда бара.

Алда әйтелгән курсҡа килгәндә, ул федераль проекттың маҡсат-бурыстары, ирекмәндәрҙең ундағы роле тураһында аңлата. Өйрәтеү курсы тәү башлап ирекмәнлеккә тотонғандар, тәжрибәлеләр өсөн генә түгел, башҡа йәмәғәтселеккә лә файҙалы булырҙай, сөнки һәр кем бит үҙ ҡалаһын ярата һәм уны тағы ла күркәмерәк итеп күрергә теләр ине.

Ирекмән булырға теләүселәргә был уҡыуҙар быйыл айырым өҫтөнлөк бирә – ғариза биреүселәр араһында курсты үтеү тураһында серификаты булғандар иң беренсе раҫлана.  

14 йәшкә еткән һәр кем төҙөкләндереү өсөн объект һайлағанда яҡташтарына ирекмән булараҡ ярҙам итә ала. Быйыл тауыш биреү 21 апрелдә башланып, 12 июнгә тиклем бара. Добро.рф сайтында ирекмән булырға теләүселәргә теркәлеү 10 мартта асылды ла инде.

Ирекмәндәр махсус мәғлүмәт пункттарында, йәмәғәт урындарында һәм күмәк сараларҙа эшләй. Уларҙың бурысы — граждандарға төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлау мөмкинлеге тураһында һөйләү, проект дизайны менән таныштырыу һәм тауыш биреүҙә ҡатнашырға ярҙам итеү. Уларға махсус планшеттар һәм танылып торһондар өсөн, башҡа атрибуттар тапшырыла.

Фото: house.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: