Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов республикала “Экология” милли проектын (национальный проект "Экология") үтәү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда ул былтыр федераль аҡсаға юҡҡа сығарылған сүплектәрҙе тикшерәсәкбеҙ тине.
Бөгөнгә Башҡортостанда юҡҡа сығарылмаған килеш 117 ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған урын ҡала килә. Уларҙың 87-һендә эштәр “Генераль йыйыштырыу” федераль проекты сиктәрендә үтәсәк, ҡалғандары муниципалитет көсө менән бөтөрөләсәк. Шулай уҡ быйыл Баймаҡ районында сүп-сар полигоны төҙөлөшө тамамлана, ә Ишембай районында ҡалдыҡтарҙы компостлау буйынса цех эшләй башлаясаҡ.
Башҡортостанда сүп-сар реформаһы 2019 йылда башланды. Был ваҡыт эсендә төбәктә 3100-ҙән ашыу сүплек юҡҡа сығарылды, шулай уҡ 25 полигон һәм 15 сүп-сарҙы сортҡа бүлеү комплексы төҙөлдө. Дөйөм сүп йыйыу өсөн 90 мең контейнер ҡуйылды, айырып йыйыуға – 16,6 мең. Даими рәүештә ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн республика кешеләре уртаса айына 109 һум түләй.
“Республикала заманса ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын булдырыу өсөн юғары талап ҡуялар. Был кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ, цивилизациялы һәм хәүефһеҙерәк итергә тейеш. Ләкин булдырылған инфраструктура әлегә барлыҡҡа килгән сүп-сарҙы юҡҡа сығарып өлгөрмәй, был йылына 1,4 миллион тонна. Сүп-сарҙы сифатлы итеп йыйыу һәм сығарыу ғына түгел, ә дөрөҫ сорттарға бүлеү һәм юҡҡа сығарыуҙы ла ойошторорға кәрәк. Президент төбәктәр алдына был бурысты 2030 йылға тиклем үтәргә тигән бурыс ҡуя һәм беҙ уны үтәргә тейешбеҙ”, – тине Алексей Касьянов.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.