“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Йылайыр үҙәк район дауаханаһына күсмә “РЕНЕКС” рентген аппараты алынды. Техника рентгенографик тикшеренеүҙәрҙе дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслаштырылмаған биналарҙа үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.
Прибор мобиль яҫы панелле детектор менән йыһазландырылған. Был юғары сифатлы һүрәттәрҙе шунда уҡ компьютер экранында алырға ярҙам итә. Уны бик еңел күсереп йөрөтөп була. Заманса аппаратта медицина тикшереүе үткәреү табиптарға сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итәсәк.
Быйыл милли проект буйынса республикала алты поликлиника сафҡа индереләсәк. Шуның менән бергә туғыҙ медицина учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:gtrk.tv