Башҡортостан Республикаһында урман янғындарын һүндереү буйынса зона һәм төбәк-ара күнекмәләр башланды. Сара «Экология именлеге» милли проектына (национальный проект «Экологическое благополучие») булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр төбәктең Урман хужалығы министрлығынан.
Тәүге күнекмәләр Балаҡатай урмансылығы биләмәһендә үткән. Уның белгестәре, шулай уҡ Балаҡатай, Дыуан, Салауат урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар Һәм башҡа хеҙмәттәр Силәбе өлкәһе биләмәләренә күсеү ҡурҡынысы менән янаған «янғынды» һүндереүҙә ҡатнашҡан. Сараға 35 кеше һәм һигеҙ берәмек техника йәлеп ителгән.
– Шартлы урман янғынын һүндереүҙә ҡатнашҡан белгестәр ҡуйылған бурыстарҙы үтәне. Күнекмәләр урмандарҙы һаҡлау менән мәшғүл хеҙмәттәрҙең янғын сығанаҡтары менән көрәштә яйға һалынған эшкә әҙерлеген раҫланы, – тип билдәләне төбәктең урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.
Урман янғындарын һүндереү тактикаһы һәм техникаһы буйынса ошондай уҡ күнекмәләр Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Йылайыр һәм Учалы урмансылыҡтарында ла үтәсәк.
«Экология именлеге» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эшмәкәрлек бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға тәьҫир иткән ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.