Бөтә яңылыҡтар
10

Экопроектҡа ҡушылығыҙ!

“Ылымыҡтарға көн бөттө. Йылғалар амбассадорҙары” экопроекты башланды.

Экопроектҡа ҡушылығыҙ!
Экопроектҡа ҡушылығыҙ!

Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы “Ылымыҡтарға көн бөттө. Йылғалар амбассадорҙары” төбәк-ара экология проекты  башланды. Проект ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы популярлаштырыу, ябыҡ цикл иҡтисады принциптары, шулай уҡ һыу объекттарын сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән тинеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтендә.

Проект башында һәр теләгән кеше файҙалы экоғәҙәттәр, һыуҙы һаҡлау, сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм йылғаларға балыҡ ебәреүҙең әһәмиәте тураһында белде. 17 марттан уҡ һыу ресурстарын һаҡлау буйынса түләүһеҙ онлайн-курс асылды.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм онлайн-курсҡа теркәлеү өсөн проекттың сайтына инеү кәрәк. Мәғлүмәтте өйрәнеп, һәр дәрескә уңышлы тест үткәндәргә электрон төрҙә сертификат йүнәлтеләсәк.

Бынан тыш, 50-нән ашыу сара үткәреү, һыу буйҙары ярын таҙартыу һәм төбәк-ара онлайн-экоквиз үткәреү планлаштырылған.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: