Бөтә яңылыҡтар
10

Өфө халҡын ГТО тапшырырға саҡыралар

Яңы платформаға күскәндән һуң ГТО-ның яңыртылған сайты эшләй башланы. Үҙгәрештәр, тәү сиратта, ҡулланыусыларҙы теркәү һәм шәхси кабинетҡа инеүгә ҡағыла, ул хәҙер “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тормошҡа ашырыла.

Өфө халҡын ГТО тапшырырға саҡыралар
Өфө халҡын ГТО тапшырырға саҡыралар

Был хаҡта Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Башҡортостандың баш ҡалаһында нормативтар ҡабул итеү буйынса саралар “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһын (государственная программа «Развитие физической культуры и спорта») тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙғарыла.

Сайттың адресы элеккесә ҡала: gto.ru. Балалар профилен тыуыу тураһында таныҡлыҡ алғандан һуң булдырырға мөмкин. 14 йәшкә тиклем аккаунтты ата-әсә йәки опекун булдыра һәм уны үҙенең профиленә бәйләй. Нормативтарҙы үтәү өсөн элеккесә ГТО комплексы сараларында ҡатнашыуға медицина рөхсәте булыуы мотлаҡ шарт һанала.

Яҡын арала нормативтарҙы үтәүгә тотонорға ниәтләгәндәр өсөн Өфөнөң муниципаль тест үҙәге хәбәр итеүенсә, 22 мартта 10.30 сәғәттән 12.55 сәғәткә тиклем Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21 адресы буйынса бассейнда йөҙөү буйынса тест үткәреү планлаштырыла (25 метр, 50 метр, ваҡытты иҫәпкә алмайынса йөҙөү). Сарала ҡатнашыусыларҙы теркәү сара үткән урында 10.00 сәғәттә башлана.

2025 йылда ГТО комплексын һынауҙа Өфөнән 33487 кеше ҡатнашты, уларҙың яртыһы тиерлек (13934 кеше) нормативтарҙы отличие билдәһенә үтәне.

Фото: resbash.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: