Бөтә яңылыҡтар
10

Проектҡа ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта

Былтыр “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Төбәк һәм яҡын сит илдәр буйынса экскурсияларҙа 56 меңдән ашыу кеше булды.

Проектҡа ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта
Проектҡа ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта

Йыл һайын программаға ҡушылыусы өлкән йәштәгеләр һаны артҡандан-арта. Былтыр “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Программа, “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, тормошҡа ашырылды, һәм быйылдан уны “Ғаилә” милли проектына ҡараған (национальный проект “Семья”) “Өлкән быуын” федераль проектына (федеральный проект “Старшее поколение”) ярашлы тормошҡа ашырыу дауам итә.

Программа бер нисә төп проекттан тора. Уларҙың иң ҙур һорау менән файҙаланғаны – “Туризм”. 56 меңдән ашыу кеше төбәк һәм Беларусь һәм Үзбәкстан кеүек яҡын сит илдәр буйлап экскурсияла булған.

“Һаулыҡ” йүнәлеше лә киң ҡулланыла. Ул иҫкәртеү акцияларынан, аҙна һайын үткәрелгән “көмөш йәш осоро” сараларынан, медицина тикшереүҙәренән тора. Программа тормошҡа ашырылған мваҡытта табиптар 160 мең тирәһе кешене ҡараған.

“Физик культура” йүнәлешендә 250 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. ГТО нормативтарын уңышлы тапшырғандар физкультура һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн файҙаланып булған 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған. Һуңғы ике йылда 36,3 миллион һумлыҡ 3 626 сертификат бирелгән.

“Уҡыу” йүнәлеше “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына (федеральный проект “Содействие занятости”) ярашлы бойомға ашырыла. 2023–2024 йылдарҙа 50 йәштән өлкән 3,5 меңдән ашыу кеше белем алған. Өлкән йәштәгеләр компьютер грамоталылығы, декоратив-прикладной сәнғәт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ике мең һумлыҡ сертификатты файҙаланыу хоҡуғына эйә.

“Ирекмәнлек” йүнәлешенә 10 меңдән ашыу өлкән йәштәге кеше йәлеп ителгән.

“Мәҙәниәт һәм ижад” йүнәлеше күп кеше ҡатнашҡан һәм ял иткән сараларҙы үҙ эсенә ала. Уларҙа 200 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Әйткәндәй, 18 мартта өлкән быуын вәкилдәре ижадының “Мин һине яратам, тормош!” республика фестивале башланды.

Проект үҫешенә инфраструктура ҙур йоғонто яһай. Ошоноң менән бәйле, республика ҡалаларында һәм райондарында оҙаҡ йәшәү үҙәктәрен асыу мөмкин булды. 2023 йылда улар һаны икәү генә булһа, хәҙер улар – 45. “Ошо үҙәктәр өлкән йәштәгеләрҙе йәлеп итеү урынына әүерелде”, - тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: