БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, 21 апрелдә 2026 йылда төҙөкләндерергә тейешле биләмәләр өсөн тауыш биреү башлана. Ул “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ”Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Тауыш биреүҙә zagorodsreda.gosuslugi.ru һылтанмаһы аша ҡатнашып була. Халыҡ яңыртыу талап ителгән парк, майҙан, скверҙар өсөн тауыш бирә ала. Өҫтөнлөк – иң күп тауыш йыйған проекттарҙа, улар иң тәүгеләрҙән булып төҙөкләндерелә. Тауыш биреү 12 июнгә ҡәҙәр бара.
– "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы халыҡ проектына әйләнде лә инде. Ҡайҙа балалар майҙансығы ҡуйыуҙы, паркты нисек матурлауҙы кешеләр үҙҙәре хәл итә. Күпселектең теләге булһа, хата бушлыҡ та һауа һулап йөрөү, осрашыуҙар өсөн уңайлы ғына скверға әйләнеп китергә мөмкин. Һайлауға һәр беребеҙ йоғонто яһай ала, – ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Уҙған йылда тауыш биреүҙә бер миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Алты йылда 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл 94 объектты эшләү ҡаралған.
Фото: house.bashkortostan.ru