Бөтә яңылыҡтар
10

Эште яңыртылған федераль проект форматында дауам итәбеҙ

Башҡоростандың Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары Октябрьский предприятиеларының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектында ҡатнашыу мөмкинлектәрен баһаланы.

Эште яңыртылған федераль проект форматында дауам итәбеҙ
Эште яңыртылған федераль проект форматында дауам итәбеҙ

Октябрьскийҙың ундан ашыу предприятиеһы Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәгенең адреслы ярҙамынан файҙалана ала. Компаниялар “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектының бөтә талаптарына яуап бирә. Был хаҡта Төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Октябрьскийҙың бизнес-шәрифе Сергей Летов билдәләүенсә, ҡала хакимиәте етештереүсәнлекте арттырыу менән шөғөлләнә, ә республика үҙәк комитеты эксперттары менән берләшеп, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡ. Бигерәк тә “Пакер” фәнни-производство фонды һәм “АК ОЗНА” акционерҙар йәмғиәте проектында уңышлы ҡатнашыу практикаһы бар.

Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Эльнар Сиражетдинов һаҡсыл етештереү һәм етештереү процестарын ҡулайлаштырыу нигеҙҙәре хаҡында һөйләне. Төбәк компетенциялар үҙәгенең эксперттары төрлө йүнәлештәге предприятиеларҙа – аҙыҡ-түлек сәнәғәтенән алып эре төҙөлөш компанияларына тиклем уңышлы эш тәжрибәһенә эйә.

Алдағы милли проект йомғаҡтары буйынса республикала 3700 предприятие хеҙмәткәре һәм төбәк командалары ағзалары уҡытылды. Предприятиеларҙа “Һаҡсыл проекттарҙы” тормошҡа ашырыуҙың дөйөм иҡтисади эффекты дүрт миллиард һумдан ашып китә. Хәҙер беҙ был эште яңыртылған федераль проект форматында дауам итәбеҙ һәм яңы предприятиеларға иң яҡшы тәжрибәләрҙе уңышлы таратабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үәҙгенең етәксеһе Эльнар Сиражетдинов.

Октябрьский һуңғы айҙа Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ҡатнашҡан дүртенсе муниципалитета булды. Үҙәк командаһы практик ҡарарҙар эшләй, предприятиеларға сығымдарҙы кәметергә ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта компанияның етештереүсәнлеген, сифатын һәм килемен арттыра.

Фото: ppt.bashkortostan.ru.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: