Бөтә яңылыҡтар
10

Көнсығыш сығыу юлынан 4,7 миллиондан ашыу автомобиль үткән

Был күрһәткес юлдың бер йыл эшләү дауамында теркәлгән.

Көнсығыш сығыу юлынан 4,7 миллиондан ашыу автомобиль үткән
Көнсығыш сығыу юлынан 4,7 миллиондан ашыу автомобиль үткән

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы төҙөлгәйне. Был турала республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итә.

Волга буйы федераль округының иң ҙур проекттарының береһе буйынса хәрәкәт 2024 йылдың 21 мартында асылды. Көнсығыш сығыу юлы ярҙамында Өфөнөң төп транспорт юлдарындағы хәрәкәт кәмей төштө. Яңы асылған юл водителдәргә уңайлы ғына түгел, ә шулай уҡ ваҡытты һәм яғыулыҡты экономиялай.

– 2024 йылдың 21 мартынан 2025 йылдың 20 мартына тиклем Өфөнән яңы сығыу юлынан көн һайын 12,8 мең самаһы водитель файҙаланған, – тине БР транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Көнсығыш сығыу юлы – Рәсәйҙә льготалы категория граждандары өсөн ташламалар бирелгән берҙән-бер түләүле юл. Бының өсөн Башҡортостанда льготалы юл йөрөү йәки Көнсығыш сығыу юлы буйынса түләүһеҙ йөрөү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың транспорт саралары реестры әҙерләнде. Көн һайын 300-ҙән ашыу льготаға эйә булған граждан ошо юлдан үтә.

– Льготалы юлдан  хәрби хәрәкәттәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, электрокар водителдәре, МХО-ла ҡатнашыусылар, шул иҫәптән Росгвардия контрактсылары һәм яугирҙәре, автомобиль тураһында мәғлүмәттәрҙе реестрға индергәндән һуң махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала. Бынан тыш, газ-мотор яғыулығында эшләгән автомобилдәр хужалары 50 процент ташлама алыу хоҡуғына эйә, – тине Виктор Жульков.

Водителдәрҙең уңайлылығы һәм Көнсығыш сығыу юлынан туҡтамайынса үтеү өсөн 2024 йылдың декабренән транспондерҙар ҡулланған автомобилдәр өсөн айырым һыҙаттар эшләй башланы. Көн һайын ошо рәүешле был юлдан 500-гә яҡын водитель үтә.

Билдәле булыуынса,  “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: transport.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: