2025 йылда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфрастуктура для жизни) Башҡортостанда 280 километр оҙонлоғонда терәк булған юл селтәрҙәре төҙөкләндерелә. Эштәр 83 объектта башҡарыласаҡ. Мәҫәлән, Өфө-Инйәр-Белорет, Стәрлетамаҡ- Белорет – Магнитогорск, Магнитогорск – Ира, Борай-Иҫке Балтас- Куеда, Белорет –Учалы –Миәс һәм башҡа юл участкалары.
-Башҡортостандың терәк булған юл селтәренә айырыуса ҙур транспорт һорауы менән ҡулланылған юлдар инде. Улар Өфөнө район үҙәктәре менән тоташтыра, мөһим туристик объекттарға, ҙур сәнәғәт предприятиеларына илтә, федераль трассаға сығыуҙы тәьмин итә. Беҙҙең маҡсат – 2030 йылға тиклем 85 процент ошондай юлдарҙы төҙөкләндереү, -ти Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.