Был төҙөлөш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты бурыстарына яуап бирә. Күп фатирлы йортҡа авария хәлендәге биналарҙа йәшәүселәр күсереләсәк, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәте.
Подряд ойошмаһы объектта эшләй башлаған да инде. Белгестәр тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын алып ташлаған. Һуңынан ул эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндереү ваҡытында ҡулланыласаҡ. Хәҙер объектта соҡор ҡаҙып, фундамент блоктарын ҡуйыу планлаштырыла.
“Өс ҡатлы яңы йорттоң дөйөм майҙаны – 952 квадрат метр. Унда бөтәһе 24 фатир булыр тип көтөлә. Бөтә кәрәкле коммуникациялар үткәреләсәк, бинала йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырыласаҡ. Был йортто төҙөү урындағы халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм ҡала инфраструктураһын үҫтереү өлкәһендә дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға мөһим аҙым булып тора”, – тип билдәләне Тәтешле районының баш архитекторы Вилдан Ибраһимов.
Билдәле булыуынса, “Тормош өсөн инфраструктура“ (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: gtrk.tv