Бөтә яңылыҡтар
10

Хирургтарға – яңы ҡорамалдар

Яҡтыртҡыстың инфраҡыҙыл һәм ультрафиолет нурланышы юҡ

Хирургтарға –  яңы ҡорамалдар
Хирургтарға – яңы ҡорамалдар

Талбазы үҙәк район дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,  хирургияла ҡулланылыусы “Эмалед 300”яҡтыртҡысы алды.  Был ҡорамал хирургия операциялары һәм диагностик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн кәрәк. Яҡтыртыу майҙанын һәм температураны көйләргә мөмкин. Яҡтыртҡыстың инфраҡыҙыл һәм ультрафиолет нурланышы юҡ. Уны теләгән хәлдә ышаныслы нығытып ҡуйып була.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 Фото:Национальные проекты.рф

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: