Бөтә яңылыҡтар
10

Республика тәжрибәһе уңышлы тип танылды

Форум Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 500-ҙән ашыу белгесте йыйған.

Республика тәжрибәһе уңышлы тип танылды
Республика тәжрибәһе уңышлы тип танылды

Башҡортостан вәкилдәре Волга буйы федераль округының Түбәнге Новгород ҡалаһында үткәрелгән “Беренсе урында ғаилә” форумында ҡатнашты. Республикала кризис хәлендәге ғаиләләр һәм балалар менән эш буйынса ведомство-ара эш итеү йәһәтенән тупланған тәжрибәһе уңышлы тип танылды.  

Форум, “Ғаилә” милли проектына (национальный проект “Семья”) ярашлы, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров булышлығында ойошторолдо, тип хәбәр итте вәкиллектең матбуғат хеҙмәте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы өс йылда ата-әсәһе ғаризаһы буйынса бәлиғ булмағандар өсөн социаль реабилитациялау үҙәктәренә урынлаштырылған  3-тән 17 йәшкә тиклемге балалар һаны 10 процентҡа кәмегән, туғандары ғаиләләренә урынлаштырылған ҡыҙҙар һәм малайҙар һаны иһә 14 процентҡа артҡан.

Форум Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 500-ҙән ашыу белгесте йыйған. Башҡортостан делегацияһы республика көрсөк хәлендәге ғаиләләр һәм балалар менән эштең ведомство-ара эш итеү нигеҙендә атҡарылыуы тураһында һөйләгән. Был алты йыл эсендә балаларҙы етемдәр өсөн тәғәйенләнгән ойошмаларға урынлаштырыуҙы ике тапҡырға кәметергә булышлыҡ иткән. Ә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттар һаны 38-ҙән 31-гә тиклем кәмегән.

Форумда Өфөләге “Тынлыҡ көнө” проекты уңышлыларҙың береһе тип танылды. Ошо проект булышлығында 200-ҙән ашыу баланы ғаиләләрҙә һаҡлап ҡалып булған. Башта уларҙан ата-әсәләре баш тартырға теләгән.

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: