Агросәнәғәт комплексында техника паркын әүҙем яңыртыу арҡаһында республикала яҙғы культураларҙы сәсеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡарасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Был маҡсаттағы эш “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектына (национальный проект "Технологическое обеспечение продовольственной безопасности") ярашлы тормошҡа ашырыла.
Быйыл республика баҫыуҙарына үткән йылдарға ҡарағанда 250-гә күберәк ер эшкәртеү машинаһы сыға. Һөҙөмтәлә сәсеүҙә уларҙың иҫәбе 11,2 мең берәмек, шулай уҡ биш мең сәсеү агрегаты ҡатнаша. Республика аграрийҙары март аҙағында яңы эш миҙгеленә ауыл хужалығы техникаһын ремонтлап бөттө.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техника паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй. Уға ярашлы, аграрийҙарға техника һатып алыуға киткән сығымдың 50 процентын кире ҡайтаралар. 2019 – 2024 йылдарҙа ошо программа нигеҙендә ауыл хужалығы етештереүселәренә һигеҙ миллиард һумдан ашыу субсидия түләнгән.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.