Оло Ыҡтамаҡ үҙәк районы дауаханаһына хирургия яҡтыртҡыстары килтерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы килтерелгән медицина ҡорамалдары әмәлиәттәр өҫтәлен операциялар һәм диагностик тикшереүҙәр ваҡытында яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә. Улар юғары сифатлы һәм ультрафиолет нурланышы юҡ.
“Милли проект булышлығында медицина ойошмалары заманлаштырыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, тикшереү үҙәктәре селтәре үҫешә һәм һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы технологиялар индерелә”, - тип хәбәр итте Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Денис Бәйтуллин.
Тап мөһим милли проект - “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.