Милли проекттар
3 Апрель 2025, 03:30

Башҡортостанда һеҙҙе көтәләр!

2024 йылда Башҡортостанда номерҙар фонды 500-ҙән ашыу берәмеккә артҡан. 

Башҡортостанда һеҙҙе көтәләр!Башҡортостанда һеҙҙе көтәләр!
Башҡортостанда һеҙҙе көтәләр!

2024 йылда Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) буйынса 66 эшҡыуарға пляждарҙы төҙөкләндереүгә, кемпингтар һәм модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға, туристик ҡорамалдар һатып алыуға дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Был хаҡта төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. Финанс ярҙамы күләме 419,3 миллион һум тәшкил итте, шуның 410,7 миллионы — федераль бюджеттан, 8,4 миллионы-республика бюджетынан.

— Былтыр Башҡортостанда туристар ағымы 1,9 миллион сәфәр тәшкил итте. Туризмға дәүләт ярҙамына 951 миллион һум йүнәлтелгән. Гранттар менән туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса 33 проект һәм 527 номерға иҫәпләнгән модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыу буйынса 45 проект тәьмин ителгән. Шуныһы мөһим, уҙған дүрт йылда республикала глэмпингтар һаны биштән 120-гә тиклем артты, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Милли проекттың маҡсаттарына өлгәшеүҙең төп ҡоралдарының береһе булып, шулай уҡ төбәктең ыңғай имиджын формалаштырыуға һәм туристар һанын арттырыуға булышлыҡ итә алған ваҡиғалар сараларын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү тора.

- Ваҡиға саралары туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, был, үҙ сиратында, туристик инфраструктура үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, шул иҫәптән ҡунаҡханалар, ресторандар, транспорт һәм күңел асыу өлкәһе. Бынан тыш, бындай саралар мәҙәниәттең үҙенсәлеген һәм байлығын күрһәтергә мөмкинлек бирә, — тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

2025 йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға 267,4 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Был средстволар туристарҙың уңайлы ял итеү өсөн пляждарҙы төҙөкләндереүгә, туробъекттарҙа балалар һәм спорт ял итеү зоналарын булдырыуға, инвалидлығы булған кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыуға, туризм инфраструктураһын үҫтереүгә, кемпинг-урынлаштырыу объекттарын булдырыуға, ваҡиғалар үткәреүгә, республика ҡала үҙәген төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас