Милли проекттар
5 Апрель 2025, 10:15

Был ҡорамал йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәк

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Был ҡорамал йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәкБыл ҡорамал йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәк
Был ҡорамал йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәк

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамалдар килтерелде. ЭКГ һәм артериаль ҡан баҫымын тәүлек әйләнәһенә тикшереү өсөн тәғәйенләнгән комплекс ярҙамында йөрәк торошон тикшерергә мөмкин. Ул электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Бындай тикшереү, ғәҙәти ЭКГ-ға ҡарағанда, йөрәк эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирә.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Денис Байтуллин “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект ”Продолжительная и активная жизнь”) булышлығында медицина ойошмаларының яңыртылыуы, реабилитациялау системаһының камиллашыуы тураһында хәбәр итте.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас