Милли проекттар
9 Апрель 2025, 03:30

Үҙән йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлайҙар

Эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.

Үҙән йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлайҙарҮҙән йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлайҙар
Үҙән йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлайҙар

Ауырғазы районында Үҙән йылғаһы аша күпергә капиталь ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарына ярашлы үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Төҙөлөштөң оҙонлоғо 39 метр тәшкил итә. Белгестәр ҡоролманың биш ауыр балкаһын ҡуйған да инде. Эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Объектҡа ике яҡтан тротуарҙар һалынасаҡ, кәртә һәм сикләү ҡоймалары монтажланасаҡ. Ремонт осоронда күпер тулыһынса ябыла. Водителдәр ваҡытлыса урау юл буйлап йөрөй ала, унда хәрәкәт светофор менән көйләнә.

"Был күперҙе норматив хәлгә килтереү мөһим. Ул Талбазы – Красноусол юлында урынлашҡан һәм шифалы һәм изге сығанаҡтары менән республиканан ситтә лә билдәле булған шифаханаға тура һәм ҡыҫҡа юл тәьмин итә. Юл туристар араһында популяр, трафик тәүлегенә 3 меңдән ашыу автомобиль”, — тип һөйләне төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуырн тәьмин итеү. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас