Милли проекттар
9 Апрель 2025, 03:30

Стәрлебаштарға ла килтерҙеләр

“Хеҙмәткәрҙәребеҙ был аппаратты интенсив терапия, реанимация, травматология, ортопедия, педиатрия һәм неонатология бүлексәләрендәге хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы тикшереү өсөн файҙалана”, - тип белдергән Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Александр Юдин. 

Стәрлебаштарға ла килтерҙеләрСтәрлебаштарға ла килтерҙеләр
Стәрлебаштарға ла килтерҙеләр

Стәрлебаш район үҙәк дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, яңы һанлы рентген-аппарат килтерелгән. Шуныһы үҙенсәлекле: уны күсергесһеҙ алып йөрөргә мөмкин. Унда пациенттың нурланыш кимәлен контролгә алыу өсөн дозиметр бар.

“Хеҙмәткәрҙәребеҙ был аппаратты интенсив терапия, реанимация, травматология, ортопедия, педиатрия һәм неонатология бүлексәләрендәге хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы тикшереү өсөн файҙалана”, - тип белдергән Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Александр Юдин. 

Тап мөһим милли проект - “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас