Өфөнөң торба етештереү заводы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды. Предприятие республикабыҙҙа федераль проектта 192-се ҡатнашыусы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Компания етештереү һөҙөмтәһен күтәреү өсөн Федераль компетенциялар үҙәге эксперттарынан адреслы ярҙам аласаҡ.
-Бөгөн республика предприятиеһы әүҙем рәүештә модернизациялана, етештереүҙең заманса технологияларын индерә. Федераль проектта ҡатнашыуы һаҡсыл технологиялар индереү, бизнес процестарҙы оптиммәлләштереү иҫәбенә эштең дөйөм һөҙөмтәһен күтәрергә булышлыҡ итәсәк, - ти Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Һөҙөмтәне күтәреү программаһына ҡушылыу предприятиеға үҙенең күрһәткестәрен яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ яңы эш урындары булдырып, тотош төбәк үҫешенә лә өлөш индереләсәк.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.