Милли проекттар
13 Апрель 2025, 18:45

Министрлыҡ ярҙам тәҡдим итә

Тоҡомло һыйыр малына үткәрелгән молекуляр генетик экспертиза сығымы кире ҡайтарылырмы? 

Министрлыҡ ярҙам тәҡдим итәМинистрлыҡ ярҙам тәҡдим итә
Министрлыҡ ярҙам тәҡдим итә

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы тоҡомсолоҡ хужалыҡтарының һөт йәки ит йүнәлешендәге малға молекуляр генетик экспертиза үткәреү менән бәйле сығымдарының 70 процентын компенсацияларға тәҡдим итә.

Ил Хөкүмәтенең был ҡарары проекты Норматив хоҡуҡи акттар проекттары федераль порталына ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы тормошҡа ашырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектында (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) ҡаралғанса, был эш федераль бюджеттан финансланасаҡ.

– 2024 йылдың апрелендә “Милли интеллектуаль үҫеш” фонды тарафынан Башҡортостандың һөт малсылығында геном селекцияһы программаһы булдырылды. Шулай уҡ уны тормошҡа ашырыу сараларының план проекты төҙөлдө. Былтыр “Иннопрактика” үҫеш институты республиканың тоҡомсолоҡ хужалыҡтарындағы өс мең баштан ашыу эре мөгөҙлө малға генетик тикшереү үткәрҙе. Ауыл хужалығы предприятиеларының ошо йәһәттән сығымдарының күп өлөшө республика ҡаҙнаһынан компенсацияланды. Хәҙер инде федераль бюджет та ҡушыласаҡ, – ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов.

Билдәле булыуынса, 2024 йылда Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән студенттарҙың, аспиранттарҙың, йәш ғалимдарҙың ғилми-проект эшмәкәрлегенә ярҙам итеү буйынса “Милли интеллектуаль үҫеш” фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Федераль ҡарарға аңлатмала билдәләнеүенсә, молекуляр генетик экспертизаға йәлеп ителәсәк тоҡомло малдарҙың планлаштырылған күләме – 471,8 мең баш (быйыл – 80 мең, 2026 йылда – 195,9 мең, 2027 йылда – 195,9 мең баш).

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас