Милли проекттар
15 Апрель 2025, 12:15

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәләмәт булһын

“Яңы һанлы маммограф  ваҡ ҡына шештәрҙе лә иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итә", ти табиптар.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәләмәт булһынҠатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәләмәт булһын
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәләмәт булһын

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Үрге Йәркәй дауаханаһына  заманса һанлы маммограф алынды. Яңы аппаратта тикшереү диспансерлаштырыу барышында ла башҡарылыуы мөмкин,  тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

 “Яңы һанлы маммограф иң ваҡ ҡына шештәрҙе лә асыҡларға ярҙам итә. Һөт биҙе сирҙәрен иртә диагностикалау пациентты ваҡытында дауаларға мөмкинлек бирә. Сир аҙып өлгөрмәй һәм етди өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килмәй. Бынан тыш, заманса маммографтың рентген нурланыш дозаһы бик бәләкәй һәм хәүефһеҙ”, – тине табип –рентгенолог Наил Хәйбрахманов.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас