

Республиканың бер нисә районында – Бүздәк, Благовар һәм Саҡмағош райондарында юл төҙөкләүгә керештеләр, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Төҙөүселәр юл япмаһының иҫке ҡатламын ала һәм яңы асфальт һалыуға әҙерләй. Шулай уҡ бетон япманы яңыртыу, юл ситтәрен нығытыу, ҡабаттан юл тамғаларын эшләү ниәтләнә. Барлыҡ төҙөлөш-ремонт эштәре йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова әйтеүенсә, Бүздәк - Саҡмағош - Дүртөйлө юлы республикабыҙҙың төп юл селтәренә инә, сөнки ул Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондары халҡының транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шулай уҡ М-5 “Урал” трассаһына сыҡҡан , Р-240 "Өфө – Ырымбур “, М-12 “Восток” ҡа ингән юлды үҙ эсенә ала.
- Был юл участкаһында хәрәкәт бик тығыҙ. Бында трафик тәүлегенә 3,6 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә. Барлығы быйыл Бүздәк - Саҡмағош – Дүртөйлө юлында һигеҙ участка ремонтланасаҡ, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 19 километрға етә, - ти министр.
Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был милли проект быйыл ғинуар айында старт алды. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.