Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Апрель 2025, 08:30

Республикала 42 IT-ипотека бирелде

Шуныһы мөһим, IT-ипотека алыуға дәғүә итеүсе РФ һанлы үҫеш министрлығының мотлаҡ аккредитацияһына һәм тейешле һалым статусына эйә булған компанияла эшләргә тейеш.

Республикала 42 IT-ипотека бирелде
Республикала 42 IT-ипотека бирелде

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда 300 миллион һумдан ашыуға 42 IT-ипотека бирелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  Уның буйынса ставка 6 процент тәшкил итә. IT-тармаҡҡа был ярҙам “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

— Был ярҙам сараһы мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләүсе белгестәргә торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, - тип аңлатма бирҙе БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – ИТ-белгестәр торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы ставка буйынса алты процент менән кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Был йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдыра, төбәктең йәлеп итеүсәнлеген арттыра һәм иҡтисадтың төп тармағында кадрҙар потенциалын һаҡлай.

Шуныһы мөһим, IT-ипотека алыуға дәғүә итеүсе РФ һанлы үҫеш министрлығының мотлаҡ аккредитацияһына һәм тейешле һалым статусына эйә булған компанияла эшләргә тейеш. Предприятие етәксеһе һалым хеҙмәтенә компанияның алдағы отчет осоронда страховка иғәнәләренең түбәнәйтелгән ставкаһын ҡулланыу хоҡуғына ҡарата һалым сере мәғлүмәттәрен биреү тураһында килешелгән документ тапшырырға бурыслы.

“Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) 2025-2030 йылдарҙа Рәсәйҙә президент Владимир Путин башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың береһе. Уның составына туғыҙ федераль проект инә.

2030 йылға милли проекттың төп күрһәткестәре иҫәбендә — йорт хужалыҡтарының кәм тигәндә 97 процентын киң һыҙатлы интернет менән тәьмин итеү, иҡтисадтың төп тармаҡтары компанияларының кәм тигәндә 80 процентын ватан программа тәьминәтенә күсереү, социаль әһәмиәтле дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең кәм тигәндә 99 процентын электрон формала күрһәтеү.

Фото: https://building.bashkortostan.ru/presscenter/news/715436/?ysclid=m9rhnyz05z95666337

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас