Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре “БумБатл” макулатура йыйыу буйынса бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды һәм 300 килограмм самаһы ҡағыҙ ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә тапшырҙы.
Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, сара республика халҡын аңлы ҡулланыу мәҙәниәтенә өйрәтеүгә, йәш быуындың иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеүгә һәм артабан макулатураны икенсел сеймал сифатында ҡулланыуға йүнәлтелгән. Был “Экологик именлек” милли проекты маҡсаттарына тап килә. Шуға күрә үҫеп килгән быуынға һәр төрлө ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү ғәҙәтен, шул иҫәптән ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу аша ла, тәрбиәләү мөһим.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдан сара яңы форматта уҙғарыла (элеккесә көҙ генә түгел, йыл дауамында) һәм “Экологик именлек” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Төп маҡсат — артыҡ ҡағыҙ ҡулланыуҙы кәметеү һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен формалаштырыу.
“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: srgazeta.ru