“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуға һәм халыҡтың медицина хеҙмәттәренән файҙалана алыуына йүнәлтелгән бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына яңы заманса рентген-аппараты килтерелде.
Был ҡорамал рентгенография тикшереүҙәрен үткәреү өсөн заманса алым һәм күп пациенттар менән эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Был тикшереүҙәр һәм диагностикалау һөҙөмтәләрен күтәреү мөмкинлеген бирә.
Яңы ҡорамалды ҡуйыр алдынан рентген-кабинетта санитария-эпидемиология нормаларына һәм ҡағиҙәләренә яуап биргән капиталь ремонт эштәре атҡарылған. Был хәүефһеҙлекте гарантиялай һәм тикшереүҙәр үткәргән ваҡытта пациенттар өсөн уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.