

Вуз-ара кампус нигеҙендә Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты студенттары өсөн “УУНиТ менән тәмле” тигән программа эш башланы. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (Национальный проект “Молодежь и дети”) башҡарылды, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
Съемкаларҙа “АЙДА МЕДИА” студенттар медиаүҙәгенең активистары ҡатнаша. Был программа тамашасыларҙы ябай һәм тәмле ризыҡтар бешерергә өйрәтә, төрлө студенттар берләшмәһенең тормошо менән танышырға мөмкинлек бирә.
-Был бик матур идея. Күңел асыу сараһы аша вуз үҙенең студенттарына йәмәғәт эштәрендә, социаль программаларҙа ҡатнашыуға мөмкинлек бирә, ижади яҡтан үҫергә, камиллашырға юл аса. Бындай проекттар йәш быуында юғары белемгә ҡыҙыҡһыныу уята, - ти Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Яңыртылған мили проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән быйылдан тормошҡа ашырыла.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.