Милли проекттар
7 Май 2025, 09:55

Нарыҫтауға табан юлдар ремонтлана

Ул – республика өсөн мөһим йүнәлеш.

Нарыҫтауға табан юлдар ремонтланаНарыҫтауға табан юлдар ремонтлана
Нарыҫтауға табан юлдар ремонтлана

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, Изге Нарыҫтау йүнәлешендә юлдар ремонтланасаҡ. 2025 йылда юлсылар М-5 “Урал” − Шишмә − Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 21 километрын һәм Стәрлетамаҡ – Раевка юлының 18,5 километрын норматив хәлгә килтерергә планлаштыра. Эштәр Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Шишмә һәм Стәрлетамаҡ райондарында уҙғарыла. Бында асфальт-бетон япмаһы яңыртыла, юл ситтәре нығытыла һәм юл тамғалары, шул иҫәптән термопластиктан күсәр тамғалар һыҙыласаҡ.

– Был юлдарреспубликаныңтерәкселтәренәинә һәм Башҡортостандың туристик йүнәлештәре булып тора.Улар буйынса республика халҡы һәм ҡунаҡтары Сусаҡтау, Сатыртау һәм Нарыҫтау тауҙарына, шулай уҡ изге сығанаҡтарға барып етә.Нарыҫтаутауы – мосолмандар өсөн ғибәҙәт ҡылыу урындарының береһе.Уның итәгендәдауалау үҙенсәлектәре менән билдәле Изге Ғәле шишмәһе урынлашҡан.Шуғакүрәбыл юлдарҙынормативхәлгәкилтереүһәмюл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тине Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Юлсылар уңайлы һауа шарттары булғанда эшләй башлаясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда М-5 “Урал” – Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 4,5 километры Һәм Әлшәй, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә райондарында Стәрлетамаҡ – Раевка трассаһының 31,5 километры ремонтланды.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас